Новости
16 Октябрь 2025, 12:10

Темәстә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды

Тантанала Башҡортостан Мосолмандарының Диниә назараты, модулле намаҙ уҡыу бүлмәһе етештереү менән шөғөлләнгән "Ватан" хәйриә фонды, район хакимиәте етәкселеге, район мосолмандары ҡатнашты. Бындай модулле бүлмә тәүҙә Баймаҡта асылһа, хәҙер инде Темәстә лә эшләй башланы. Районда тағы бер урында ошондай намаҙ уҡыу бүлмәһе булдырыласаҡ.

Темәстә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылдыТемәстә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды
Темәстә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылды

Темәс ауылында намаҙ уҡыу өсөн модулле бүлмәне асыу тантанаһы үтте.Унда Башҡортостан Мосолмандарының Диниә назараты, модулле намаҙ уҡыу бүлмәһе етештереү менән шөғөлләнгән "Ватан" хәйриә фонды, район хакимиәте етәкселеге, район мосолмандары ҡатнашты. Район хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары Руслан Дәүербәков, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова сығыш яһаны, иң изге теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы. Бындай модулле бүлмә тәүҙә Баймаҡта асылһа, хәҙер инде Темәстә лә эшләй башланы. Районда тағы бер урында ошондай намаҙ уҡыу бүлмәһе булдырыласаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас