+24 °С
Ямғыр


Акушер-гинеколог Ирина Шәйхиева үҙенең практикаһында уникаль осраҡ тураһында һөйләне. 52 йәштәге ҡатын Өфө бала табыу клиник перинаталь үҙәгендә беренсе тапҡыр әсә булған.
Минең практикала бындай тәүге тапҡыр! Ҡатын тәүге мәртәбә 52 йәшендә әсәй булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, операция ашығыс күрһәтмәләр буйынса башҡарылды. Сабый ваҡытынан алда тыуҙы",-тип һөйләне табип үҙенең телеграм-каналында. Яңы тыуған сабыйҙың енесе һәм сабый тураһында башҡа мәғлүмәттәр сер итеп һаҡлана.