Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Октябрь 2025, 06:10

Дрондар һөжүм итеү ҡурҡынысы бар

Шуға күрә республикала мобиль интернет сикләнде

Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәрен бирҙе.

- Әгәр кеше бинала булһа, мөмкин булһа, аҫҡы ҡаттарға,  подвалға йәки паркингҡа төшәргә кәрәк.

- Лифт менән файҙаланырға кәрәкмәй, ул туҡтарға мөмкин.

- Әгәр граждан фатирҙа икән, тәҙрәһеҙ урынға йәшенергә кәрәк. Ғәҙәттә, был ванна бүлмәһе. Бында иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрәләргә бер нисек тә яҡын килергә ярамай.

- Урамда булғанда, шунда уҡ яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа һыйынырға кәрәк.

- Транспортта булғанда, уны шунда уҡ ташлап, йәшенеү урыны табырға кәрәк.

 
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас