+21 °С
Болотло


Алдағы тәүлектә Башҡортостанда хәүефле һауа торошо, ямғыр һәм томан көтөлә, тип иҫкәртә БАШҠОРТОСТАНДЫҢ Ғәҙәтән тыш хәлдәр МИНИСТРЛЫҒЫ. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә республикала урыны менән көслө ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан секундына 8-13 метр. һауа Температураһы төндә +3, +8°, көндөҙ +8, +13°. Автомобиль юлдарында ямғыр һәм томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк.