+21 °С
Болотло
Кисә Баймаҡ районының бөткән Ғәҙелша ауылы ерендә тағы бер ҡурай ҡалҡып сыҡты. 1994 йылда уны һуңғы йәшәгән кеше ташлап китергә мәжбүр була. Ваҡытында ул ерҙәрҙә алтын табыла, революцияға тиклем дә, СССР ваҡытында ла. Ғәҙелша ҙур ауыл була, яҡынса 500-ләп өй була. Икенсе йыл ауылға 240 йыл тула. Ҡасандыр бында йәшәп киткәндәр, тамырҙары менән бында береккәндәр тыуған төйәген ташламай. Ағас ултырталар, зыяратын ҡарап торалар. Кисә Ҡурай көнө уңайы менән унда Ҡурай һәйкәле урынлаштырҙылар.