Новости
9 Октябрь 2025, 13:20

Әсәйҙәрҙе данлап

Бөгөн лайыҡлы әсәйҙәр наградаға лайыҡ булды. Бар күңелдән ҡотлайбыҙ һәм бәхет теләйбеҙ!

Көтөп алған әсәй мине,

Төрөп һалған биләүгә.

Ғүмер биргән әсәйемә

Бурыслымын иң тәүҙә.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз генә

Әсәйҙәр был донъяла.

Ҡосаҡтары - һүнмәҫ усаҡ,

Йөҙҙәренән нур тама.

Сабыйҙарҙың ауазына

Ҡушыла әсә йыры.

Балаһына бәхет теләй

Әсәйҙәр ғүмер буйы...

Зөһрә Үтәғолова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас