Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
9 Октября 2025, 11:00

Бәхил бул, арҙаҡлы шәхес...

Бөгөн баймаҡтар райондың арҙаҡлы шәхестәренең береһе, талантлы етәксе, хәстәрлекле ғаилә башлығы Салихов Әғзәм Ғәлләм улын һуңғы юлға оҙатты...

"Бөгөн беҙ Баймаҡ районының лайыҡлы ир-уҙамандарының береһе – талантлы етәксе, хәстәрлекле ғаилә башлығы Салихов Әғзәм Ғәлләм улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Районыбыҙ өсөн был бик ҙур юғалтыу.

Әғзәм Ғәлләм улыТүбәнге Таулыҡай ауылында ҙур ғаиләлә тыуған. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп, 7-8 йәшендә генә ул атҡа атланып колхозда бесән эшләргә ярҙамлаша. Мәктәп йылдарындағы тырышлығы, үткенлеге киләсәктә етәксе булыуға ҙур этәргес була. Колхоздағы хеҙмәт юлын әрме сафына тиклем башлай һәм 22 йәшендә ферма мөдире вазифаһын йөкмәтәләр.

 

Әғзәм Ғәлләм улы хеҙмәт юлын тулыһынса Ленин исемендәге колхозға бағышланы. Тотороҡһоҙ 90-сы йылдарҙа ул колхозды ауыр шарттарҙа тарҡатмай һаҡлап алып ҡалды. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарзы, талапсан, шул уҡ ваҡытта киң күңелле һәм ихтирамлы кеше булды. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, үҙенең бурыстарын намыҫ менән башҡарзы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, ғәҙел булды.

 

Уның намыҫлы хеҙмәте "Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" почет билдәһе, “Баймаҡ районының һәм ҡалаһының почетлы гражданы” исеме, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе" тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Әғзәм Ғәлләм улы тәжрибәле, белемле, аҡыллы шәхес булды, Баймаҡ районының үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе.

Хөрмәтле мәрхүмдең ғаиләһе, туғандары, яҡындары! Һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Оло юғалтыуҙы кисереп сығырға көс һәм сабырлыҡ теләйем.
Мәрхүмдең ауыр тупрағы еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын, район һәм республика халҡы һеҙҙең турала онотмаҫ!", - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов үҙ сәхифәһендә. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас