Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
6 Октябрь 2025, 05:45

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Ул коррупцияға ҡаршы йүнәлтелгән

Указ ҡиммәтле ҡағыҙҙар хужалары реестрын тотоусыларҙы коррупцияға ҡаршы тикшереүҙәр ваҡытында вазифалы кешеләрҙең вәкилдәренә мәғлүмәттәр бирергә мәжбүр итә. Документ шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе, мәҫәлән, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың категорияһын һәм һанын аныҡлай. Яңы саралар, указдан күренеүенсә, федераль дәүләт хеҙмәтендә вазифаға дәғүә итеүселәргә йәки уны биләүселәргә бирелгән мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн кәрәк. Указ ҡул ҡуйылған көндән-6 октябрҙән көсөнә инә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас