+21 °С
Болотло


Башҡортостанда мышы менән ҡурҡыныс аварияла бер кеше һәләк булған һәм өс кеше тән йәрәхәттәре алған. Авария бөгөн иртән Архангел районында Өфө-Инйәр-Белорет юлының 47-се километрында теркәлгән. 32 йәшлек урындағы кеше «Лада Гранта» руле артында мышыны бәрҙерә, шунан һуң кюветҡа төшә һәм ағасҡа төкөй. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель ашығыс ярҙам килгәнсе вафат булған. Уның өс пассажиры дауаханаға оҙатыла. Хайуан һәләк булған. Хәҙер урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.