+21 °С
Болотло
Парктың яңыртылған концепцияһы идеяһы ете башҡорт ырыуының мәҙәни-тарихи мираҫына нигеҙләнгән. Архитектура-дизайнер эшен баш ҡаланың «Аффинум» компанияһы әҙерләгән, ә проектҡа Башҡортостан Республикаһының ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты етәкселек итә. Проект буйынса паркта бер нисә тематик һәм функциональ зона булдырылды. Бында тыныс ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, күмәк саралар үткәреү өсөн майҙансыҡтар, шулай уҡ балалар майҙансығы һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары урынлашҡан.