

Темәс а. Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә арналған ғүмер миҙгелдәре буйлап сәйәхәт уҙғарылды.
Был поездың пассажирҙары булып Темәс ауылы халҡы, төрлө йылдарҙағы пенсионерҙар тора. Сарала ҡатнашыусыларға Баймаҡ районының Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ә.Ғ. Байрамғолова ауылдаштарын аҡыл һәм изгелек байрамы менән ҡотланы. Уларҙың хеҙмәте, аҡыллылығы, тәжрибәһе һәм оптимизмы өсөн рәхмәт белдерҙе. Ауылдаштарына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам иткән, яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткән, ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерҙе. Почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм ирекмән танытмалары тапшырҙы.