+21 °С
Болотло
Орск мэры Артем Воробьев ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, паникаға бирелмәүҙе, БПЛА һөжүм иткәндә тәртип һаҡлауҙы һораны, тип хәбәр итә «Ырымбур Медиа». Ҡала башлығы кешеләрҙең урамға сыҡмауын һәм тәҙрәләргә яҡын бармауын һораны. Ҡалала РФ оборона Министрлығы көстәре эшләй, тип билдәләне ул. Әлеге ваҡытта зыян күреүселәр һәм емереклектәр тураһында мәғлүмәт бирелмәгән. Мәктәптәрҙә дәрестәрҙе туҡтатып, балалар өйҙәренә ҡайтарып ебәрелгән.