Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Октябрь 2025, 13:35

Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде

Иң изге, иң кәрәкле һәм иң ҡатмарлы һөнәр эйәләрен бар күңелдән яҡынлашып килгән УҠЫТЫУСЫ көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең һөнәрегеҙ алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ!

Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләндеБаймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының район мәҙәниәт йортонда Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Был иҫ киткес байрам үҙенең ғүмерен изге эшкә — үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышлаусыларҙы берләштерҙе. Район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов уҡытыусыларға йылы ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул мәғариф өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәренә наградалар тапшырҙы. Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Хисмәтуллин һәм мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ишбулды Сиражетдинов та  уҡытыусыларҙы ҡотланы. Улар ҡала хакимиәтенән Һәм мәғариф бүлегенән Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡала һәм райондың ижади коллективтары артистарының сағыу сығыштары байрам атмосфераһын тыуҙырҙы. Бөтә уҡытыусыларға һәм мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте, һөнәргә тоғролоғо һәм районыбыҙҙың киләсәгенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Баймаҡ уҡытыусылары тәбрикләнде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас