Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
3 Октябрь 2025, 05:20

Балалар Коксаки вирусын йоҡтора башланы

Ул - энтеровирус инфекцияһы. Был энтеровирустар тыуҙырған йоғошло ауырыу. Уның билдәләре тән температураһы 39- 40˚ тиклем күтәрелә, ныҡ итеп баш ауырта, ҡоҫтора, сабыртҡылар сыға, йүткертә, тамаҡ ауыртып тора, мускулдар ауырта, дөйөм хәлһеҙлек. Ошо билдәләрҙең береһе булһа ла, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Энтеровирус инфекцияһы – энтеровирустар тыуҙырған йоғошло сир, уларҙың 100-ҙән ашыу төрө бар, әммә Коксаки вирусы нығыраҡ таралған. Был вирус менән йышыраҡ балалар ауырый. Ул һыу, яҡшылап йыуылмаған йәшелсә, емеш-еләк, бысраҡ ҡулдар, уйынсыҡтар аша йоға. Инфекция сығанағы – ауырыу кеше. Инкубация осоро – яҡынса 1-10 көн.

Коксаки билдәләре төрлө:

  • тән температураһы 39- 40˚ тиклем күтәрелә,
  • ныҡ итеп баш ауырта,
  • ҡоҫтора,
  • сабыртҡылар сыға,
  • йүткертә,
  • тамаҡ ауыртып тора,
  • мускулдар ауырта,
  • дөйөм хәлһеҙлек.

Энтеровирус инфекцияһына ҡаршы вакцина юҡ.

Сир билдәләре беленеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас