Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2025, 03:05

Мобиль интернетты һүндерһәләр нимә эшләргә?

Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн республикала әленән-әле мобиль интернет һүндерелә йәки сикләнә. Белгестәр был хәлгә алдан әҙер булырға саҡыра. Иң тәүҙә үҙегеҙ менән һәр саҡ ҡағыҙ аҡса йөрөтөгөҙ. Был магазиндарҙа, транспортта, ҡайһы бер банктарҙа терминалдар эшләүҙән туҡтағанда һеҙҙе күңелһеҙ хәлдән ҡотҡарыр. Шуны иҫтә тотоу мөһим: ашығыс хеҙмәттәр ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә. Ҡыҫҡа ваҡытлы сикләүҙәргә әҙерләнеү хәүеф өсөн сәбәп түгел, ә ярҙам итеүсе ябай һаҡлыҡ сараһы

Мобиль интернетты һүндерһәләр нимә эшләргә?Мобиль интернетты һүндерһәләр нимә эшләргә?
Мобиль интернетты һүндерһәләр нимә эшләргә?

Ҡушымталар аша такси саҡырырға күнеккәндәргә урындағы такси хеҙмәттәре телефон номерҙарын һаҡлап ҡалырға кәрәк. Интернет һүнгән осраҡта машинаны диспетчер аша туранан — тура саҡыртырға мөмкин. Шуны иҫтә тотоу мөһим: ашығыс хеҙмәттәр ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә. "112" номер буйынса теләһә ҡайһы ваҡытта полиция, "Ашығыс ярҙам" йәки янғын һүндереүселәрҙе саҡырырғамөмкин- хатта ТЕЛЕФОНДАН ДА SIM-картаһыҙ. Шул уҡ ваҡытта тауыш бәйләнеше һәм сымлы интернет һүндерелмәй. Был стационар телефондар һәм Wi-Fi-лар эшләй тигәнде аңлата. Әгәр һеҙҙең «өй телефоны» йәки интернетҡа роутер аша инеү мөмкинлеге булһа, һеҙ бәйләнештә ҡала алаһығыҙ һәм мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр менән файҙалана алаһығыҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы сикләүҙәргә әҙерләнеү хәүеф өсөн сәбәп түгел, ә ярҙам итеүсе ябай һаҡлыҡ сараһы

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас