Сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, «Һаҡмар» газетаһының баш мөхәррире Гүзәл Иҫәнгилдина, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китаханаһы директоры Гөлназ Сабирова, үҙәк китапханаһы китапханасыһы Венера Ишбаева,Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең 2-се модель китапханаһы филиалы мөдире, ауылдашыбыҙ Земфира Әбүбәкирова,Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илнур Ишмөхәмәтов ҡатнаштылар. Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы ошо кендек киҫкән ерҙән, ҡырлас тауҙарынан, саф һыулы Ҡарамалы йылғаһынан рухи көс алған талантлы уҡытыусы. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ булған яҡташыбыҙ 5 йыл элек, тыуған яҡтың тәбиғәте ҡоромаһын, шишмәләребеҙ тулы һыулы булып аҡһын тигән маҡсат менән, Йылы ҡойоно кәртәләп алыуҙа, ағас ултыртыуҙа «Атайсал-кесе Ватан» проекты нигеҙендә үҙ ауылына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы үҙенең юбилейын ҡаршы алып, 75 ағас ултыртырға тигән маҡсат алған ине, был эш бойомға ашты. «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылып ишмөхәмәттәр 60 төп ағас үҫентеләре ултыртты. Ә бөгөн хөрмәтле яҡташыбыҙ ауылдың ағинәйҙәре менән берлектә ағастар һанын 75-кә еткереп, ағастарҙы ултыртыу эшен тамамлап ҡуйҙылар. Сарала "Аҡбуҙат" балалар театры (етәксеһе Латыпова Г.Ғ) Р.Хөсәйеновтың «Изге ялған» әҫәре буйынса өҙөк күрһәттеләр.Яҡташыбыҙ уҡыусыларға ижади үрҙәр теләп, китаптарын бүләк итте. Ауылыбыҙҙың мәғариф ветераны, урындағы матбуғат хәбәрсеһе Хазина Исҡужина ҡунағыбыҙ менән бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле әңгәмә ҡорҙо. Арҙаҡлы ғалимә: «Ауылымдың киләсәген йәшеллектә, болондарҙа аттар саба, ауылдаштарым гөрләтеп донъя көтәләр тип күрергә теләр инем!» - тине үҙенең сығышында. Юбилярҙы Баймаҡ районы хакимиәте исеменән Ҡотлау хаты, иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнеләр. Сарала, шулай уҡ, «Һаҡмар» газетаһына яҙылыу ойошторолдо. Байрамдың икенсе өлөшө мәктәптә дауам итте, унда Миңһылыу Усманованың тормош юлына арналған күргәҙмә менән танышырға мөмкин ине. Сарала ҡатнашыусылар ҡорбан ашынан ауыҙ итеп, аралашып, һөйләшеп күңел асты, осрашыу музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Яҡташыбыҙ шишмәләрҙең торошон ҡарап, тыуған ауылын урамдарын байҡап үтте. Бөгөн беҙ ошондай күркәм осрашыуҙарҙың тағы ла йышыраҡ булыуын теләп хушлаштыҡ!