Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Октябрь 2025, 04:30

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәштәге ветеранды ҡотланылар

Валентина Георгиевна Потапова Ололар көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршы алды. Ул үҙенә булған даими иғтибар өсөн яҡташтарына рәхмәт белдереп, һәр кемгә, һәр ғаиләгә иң изге теләктәрен еткерҙе. 

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәштәге ветеранды ҡотланыларБаймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәштәге ветеранды ҡотланылар
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәштәге ветеранды ҡотланылар

Бөйөк Ватан һуғышында ир-егеттәр менән бер рәттән, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Улар араһында Баймаҡ ҡыҙҙары ла була.

Шундай батыр, сая, ҡыйыу ҡыҙ булып яу яландарын ҡаһармандарса үткән Валентина Потапова менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Валентина Георгиевна ла бар тиҫтерҙәре кеүек яҡты хыялдар менән йәшәй. Училищены уңышлы тамамлап, дәүләт банкында үҙенең хеҙмәт юлын башларға ашҡынып йөрөгәндә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Яҡты хыялдар селпәрәмә килә, урамдарҙы шомло тынлыҡ ҡаплай. Ҡыйыу ҡыҙ Валентина иленә ҡайғы килгәндә ситтә ҡала алмай – ул һуғышҡа китә.

Валентина Потапова аэродромдарҙы хеҙмәтләндереү батальонында хеҙмәт итә. Боеприпастарҙы һаҡлай, штабта элемтәсе булып эшләй. 1943 йылда Валентина Потапованы радистар курсында уҡытып, унан Вильнюс ҡалаһына ебәрәләр. Еңеүҙе лә батыр радист Прибалтикала ҡаршылай. Һуғыш бөткәндән һуң ике йылдан ғына Баймаҡҡа әйләнеп ҡайта. Бында ул тормош иптәше Михаил Потаповты осрата һәм улар ғаилә ҡора. Бәхетле пар биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас