Новости
1 Октябрь 2025, 06:57

Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа...

Ярат мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған "Йәш беҙҙең күңелдәр" тип аталған байрам сараһы үтте. 

Ярат мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған "Йәш беҙҙең күңелдәр" тип аталған байрам сараһы үтте. Ауыл биләмәһе башлығы Альбина Байымова МХО-ла йөрөгән егеттәрҙең әсәләрен, юбилярҙарҙы, байрамға килгән оло быуын кешеләрен ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы. Сара нәфис һүҙ, Разифа Зекриә ҡыҙы һәм Фәрхизә Миңлебай ҡыҙының дәртле "Бишбармаҡ" бейеүе, Шәһиҙә Ғүмәрова , Миңһылыу Үҙәнбаева , Нәзилә Мерәҫованың моңло йырҙары, шулай уҡ "Илһам" ансамбле ҡыҙҙары башҡарыуында тормошсан йырҙар менән үрелеп барҙы. Байрамдан оло йәштәгеләр дәр-дарман алып, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп таралышты.

Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа...
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас