Новости
1 Октябрь 2025, 03:10

Октябрь айына халыҡ һынамыштары

Октябрь-көҙҙөң икенсе айы. Халыҡта уны төрлөсә атайҙар. Айҙың тағын бер исеме - «бысраҡ», ул оҙон һәм оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар аша алған. Октябрь айында ағастар төрлө буяуҙар менән биҙәлеп, япраҡтарын ташлай башлай. 1 октябрь - әгәр был көнгә торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, Покров көнө (14 октябрь) беренсе һыуыҡтарҙы көтөгөҙ. Әгәр бөгөн йылы булһа, 2 ноябргә ҡәҙәр көндәр һыуытмай. 2 октябрь - бал ҡорттарын ҡышҡа әҙерләй башлайҙар. 3 октябрь - был көндө ел көнсығыш йәки көнбайыштан иҫһә - ямғырға, көньяк еле - йылыға, төньяҡтан иҫкәне - һалҡынға ишара. 4 октябрь - бөгөн көн ниндәй, алдағы 4 аҙна ла шундай буласаҡ...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Октябрь-көҙҙөң икенсе айы. Халыҡта уны төрлөсә атайҙар. Айҙың тағын бер исеме - «быс- раҡ», ул оҙон һәм оҙаҡҡа һу- ҙылған ямғырҙар аша алған. Октябрь айында ағастар төрлө буяуҙар менән биҙәлеп, япраҡ- тарын ташлай башлай.

 

1 октябрь - әгәр был көнгә тор- налар йылы яҡҡа китеп бөтһә, Покров көнө (14 октябрь) бе- ренсе һыуыҡтарҙы көтөгөҙ. Әгәр бөгөн йылы булһа, 2 ноябргә ҡәҙәр көндәр һыуытмай.

 

2 октябрь - бал ҡорттарын ҡыш- ҡа әҙерләй башлайҙар.

 

3 октябрь - был көндө ел көнсы- ғыш йәки көнбайыштан иҫһә - ямғырға, көньяк еле - йылыға, төньяҡтан иҫкәне - һалҡынға ишара.

 

4 октябрь - бөгөн көн ниндәй, алдағы 4 аҙна ла шундай бу- ласаҡ.

 

5 октябрҙә ҡайын япраҡтары ҡо- йолоп бөтмәһә, ҡар һуң ятыр.

 

6 октябрҙән ысын һыуыҡ көҙ- йылдың өсөнсө миҙгеле башла- на.

 

7 октябрҙән көн һиҙелерлек ҡыҫ- ҡара, төндәр ҡараңғы һәм оҙон.

 

8 октябрь - әгәр был көндө бе- ренсе ҡар төшһә, 21 ноябрҙә ҡар ятыр.

 

9 октябрь әгәр бөгөн беренсе ҡар төшһә, ә сейә ағасында бер генә япраҡ та ҡалмаған икән, тиҙҙән ҡыш етәр.

 

10 октябрҙә көндәр ҡоро икән, ҡыш әле тиҙ генә етмәҫ.

 

11 октябрҙә ҡуяндар һоро тунын алыштырмай икән, ҡыш әле ки- лергә ашыҡмай. Ҡоро япраҡтар ергә кире яғы менән ята икән, киләһе йылға мул йыл килер.

 

12 октябрҙә күктә йондоҙҙар күп булһа, көҙ ҡоро килер.

 

13 октябрь ҡайын һәм йүкә Покровҡа ҡәҙәр "сисенеп" бөтһә, йыл уңай килер. Әгәр берәм- һә- рәм япраҡтар ҡалһа, ҡыш һы- уыҡ булыр.

 

14 октябрь - Покров көнө. Был көндө төшкә ҡәҙәр көҙ, төштән һуң ҡыш. Покров ниндәй, йыл шундай.

 

15 октябрь - көн ямғырлы икән - ҡыш һыуыҡ килер. Ел көньяҡтан иҫһә - ҡыш йылы булыр. Яуым- төшөм булмаһа, күк йөҙө аяҙ икән, тиҙҙән һыуытыр.

 

16 октябрь - һоро болоттар түбән йөҙә икән, көн боҙолор.

 

17 октябрь - ел тынһа - көндәр һыуытыр.

 

18 октябрь - әгәр ала ҡарғалар һәм сәүкәләр һауала осоп уйнай, ә болоттар елгә ҡаршы йөҙә икән, ҡар яуыр.

 

19 октябрь - ҡоро ҡар төшкөләһә, киләһе йыл йәйе йылы, уңыш мул булыр.

 

20 октябрь - ағаста япраҡтар ҡо- йолоп бөтмәйсә ҡар яуһа, тиҙҙән иреп бөтөр.

 

21 октябрь болоттар ергә һалы- нып торһа, тиҙҙән һыуытыр.

 

22 октябрь түбәләрҙә боҙбар- маҡтар күренһә - көҙ китергә ашыҡмай тигән һүҙ.

 

23 октябрь көнө айҙы күҙәтәләр. Әгәр "мөгөҙө" төньякка ҡарап тора икән, тиҙҙән һыуыҡтар етәр. Көньяҡҡа ҡараһа - бер аҙна йылы торор. Көнсығыш йәки көнбайышҡа йүнәлһә - көслө һыуыҡ ел көтөгөҙ.

 

24 октябрь иртән ҡар осһа, ҡыш һыуыҡ килер.

 

25 октябрҙә йондоҙҙарға ҡарай- ҙар. Улар яҡты яналар икән - һы- уыта, тоноҡ икән - епшек ҡарға, зәңгәр төҫ менән балҡып янһа- лар - ҡар көтөгөҙ. Балҡыусы йондоҙҙар бик күп икән, киләһе йылға борсаҡ уңыр.

 

26 октябрь көньяҡтан тиҙ-тиҙ ағыусы болоттар йә ямғыр, йә ҡар алып килә.

 

27 октябрҙә аяҡҡа эйәрерлек бысраҡ икән, 4 аҙнанан ысын ҡыш килер.

 

28 октябрҙә - аяҙ күктә ай ҙур алҡалар менән кәртәләнә икән - һыуыҡтарға, әгәр түңәрәктәр ҡыҙыл булһа - ел һәм ҡарға ишара.

 

29 октябрҙә ер яртылаш япраҡ, яртылаш ҡар менән ҡаплана.

 

30 октябрҙә ямғыр яуһа - ҡыш һыуыҡ килер. Аяҙ булһа, йылы ҡыш көтөгөҙ.

 

31 октябрҙә айҙы күҙәтәләр. Әгәр мөгөҙө төньяҡҡа ҡараған, ә болоттар көньяҡҡа табан йөҙә икән, яҡын көндәрҙә яуым- тө- шөм көтөлмәй. Әгәр "мөгөҙө" көньяҡҡа ҡарап, болоттар төнь- яҡҡа табан юл алһа, ноябрҙе илаҡ көндәр башлай.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас