Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Октября 2025, 03:00

Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!

Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Гөлнәзирә” оло быуын вәкилдәре бейеү ансамбле “Яратам һине, тормош!” республика бәйгеһендә 1-се урынға лайыҡ булды! 30 сентябрҙә "Торатау" конгресс-холында фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте, унда республиканың иң яҡшы коллективтары сығыш яһаны. Баймаҡтар исеменән "Дәртле саҡ" бейеүе менән Мерәҫ үҙешмәкәр артистары - хеҙмәт ветерандары сығыш яһаны. Афарин!

Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!
Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!

Йыл һайын Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Мин һине яратам, тормош!» конкурсын иғлан итә. Быйыл конкурс Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 55 йәштән башлап башҡарыу оҫталығына һәм ижади һәләтенә эйә булған үҙешмәкәр художестволы ижад коллективтары саҡырылды.

Беренсе тур Белорет ҡалаһында үтте. Баймаҡ районынан Байыш ауылынан "Иҫтәлек", Иҫке Сибай ауылынан "Яҙгөл" халыҡ фольклор ансамблдәре, Ишбирҙе ауылынан "Фатиха" вокаль ансамбле, Мерәҫ ауылынан "Гөлнәзирә" бейеү ансамбле Һәм Юлыҡ ауылынан Рәсим Фәсхетдинов ҡатнашты.

30 сентябрҙә "Торатау" конгресс-холында фестиваль еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте, унда республиканың иң яҡшы коллективтары сығыш яһаны. Баймаҡтар исеменән "Дәртле саҡ" бейеүе менән Мерәҫ үҙешмәкәр артистары - хеҙмәт ветерандары сығыш яһаны.

Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!
Мерәҫтәр беренсе урын яуланы!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас