Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Октябрь 2025, 10:14

Өмәгә, маскировка селтәре үрергә

...

Йылым ауылы халҡы махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә һәр ваҡыт ҙур теләк менән ярҙам итә. Уларға аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡты даими оҙаталар. Уҙған аҙнала ауылда ирекмәндәр көнө уҙҙы. Был юлы улар яугирҙәргә маскировка селтәре үреү өсөн йыйылды. Йылымдарға ярҙамға Ишбирҙе, Бөрйәнйылға, Юлыҡ ауылдарынан иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар килеп етте. Һандар теле менән әйткәндә, был көндө илле алты ирекмән берҙәм көс менән маскировка селтәре үрҙе. Изге эш яугирҙәр именлегенә доға ҡылып, изге теләктәр әйтеүҙән башланды.

– Йылым ауылы халҡына шундай әүҙем, берҙәм булғандары өсөн рәхмәт белдергем килә, – тине ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Дилә Кәйекбирҙина.

– Ниндәй генә ярҙам талап ителмәһен,һәр ваҡыт атлығып торалар. Яугирҙәр өсөн маскировка селтәре үрергә кәрәклеген хәбәр иткәс тә, шунда уҡ кәрәкле сумма йыйылды. Спанбонд материалы алғас та эште башлап ебәрҙек. Беҙҙең саҡырыуҙы ҡабул итеп, күрше ауылдарҙан ярҙамға килеүселәргә рәхмәт белдергем килә. Күмәк эштең һөҙөмтәһе лә ҡыуаныслы. Ирекмәндәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә дүрт маскировка селтәре үрҙе. Уларошо арала яугирҙәргә оҙатыласаҡ.
Л. РАЗГИлоВА.

Автор:
Читайте нас