Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Сентябрь 2025, 14:55

Айыуҙы тапағандар

Фаразлауҙар буйынса, айыу көнбағыш менән туҡланырға сыҡҡан.  Башҡортостандың экология министрлығында билдәләүҙәренсә, ҡараңғы ваҡытта, ҡырағай хайуандарҙың әүҙемлеге артҡан ваҡытта, тиҙлек режимын үтәү мөһим. Авариялар булғанда дәүләт автоинспекцияһына шылтыратырға кәрәк.

Айыуҙы тапағандарАйыуҙы тапағандар
Айыуҙы тапағандар

Мораҡ - Мораҙым юлында, «Шевроле Нива» водителе айыуҙы тапатып үлтерә һәм авария урынын ташлап ҡаса. Хайуандар донъяһына килтерелгән зыян 60 мең һумды тәшкил итә. Үлгән хайуандың кәүҙәһен утилләштерәләр. Фаразлауҙар буйынса, айыу көнбағыш менән туҡланырға сыҡҡан.

Башҡортостандың экология министрлығында билдәләүҙәренсә, ҡараңғы ваҡытта, ҡырағай хайуандарҙың әүҙемлеге артҡан ваҡытта, тиҙлек режимын үтәү мөһим. Авариялар булғанда дәүләт автоинспекцияһына шылтыратырға кәрәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас