Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Сентябрь 2025, 03:05

Баймаҡ уҡсылары һынатмай

Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Илдар Камалов менән Вәғиз Шагияздановтың яҡты иҫтәлегенә арналған турнир ойошторолдо. Беҙҙең баймаҡтар һәр саҡтағыса яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Тимур Өмөтбаев 2 урында булһа, Илфат Мырҙағәлин 3 баҫҡысҡа менде. Шулай уҡ Ғәфүр Рахманғолов һәм Гөлгөнә Ҡолһарина махсус бүләктәр отоуға өлгәште.

Баймаҡ уҡсылары һынатмайБаймаҡ уҡсылары һынатмай
Баймаҡ уҡсылары һынатмай

27 сентябрь Әбйәлил районының Айғырбатҡан утарында МХО-ла батырҙарса һәләк булған Илдар Камалов менән Вәғиз Шагияздановтың яҡты иҫтәлегенә арналған турнир ойошторолдо. Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса квалификация этабында 70 һәм 50 метрҙан Көмбәҙ сәбенә атһалар, финал этаптарында 30 метрҙан мәргәнлек һаналды. Баймаҡтар һәр ваҡыттағыса призлы урындарҙы яуларға өлгәшә алды. Тимур Өмөтбаев 2 урында булһа, Илфат Мырҙағәлин 3 баҫҡысҡа менде. Шулай уҡ Ғәфүр Рахманғолов һәм Гөлгөнә Ҡолһарина махсус бүләктәр отоуға өлгәште. Афариндар!!!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас