Новости
27 Сентябрь 2025, 02:45

Торналар Баймаҡ менән һаубуллашты

Моңһоу ҙа, иҫ китмәле лә күренеш. Торналар яҙ ҡайтыуға донъялар именләнеп, бар яугирҙәребеҙҙең имен-һау, яҡындары янында булыуын теләйек

ТОРНАЛАР КИТКӘНДӘ

Алтын көҙҙәр ергә килгән саҡта,

Туптар йыйып сыңлай торналар.

Һуңғы бейеү бейеп, баҫыуҙарҙа

Алыҫ юлға сәфәр тоталар.

Ҡоштар тубы булып, ер өҫтөнән

Сырсыулашып ҡат-ҡат осалар.

Ҡошҡайҙарын таңда йыйып алып,

Моңһоу күкте ҡабат ҡосалар.

Шундай гүзәл, ғәзиз тыуған ерҙе

Нисек кәрәк ташлап китергә?

Нисек түҙә икән йөрәктәре К

үлдәр илен үкһеҙ итергә?

Йөрәк өҙгөс һағыш тула йәнгә

Торналарҙың һуңғы көйөнә.

Ҡайтығыҙсы, яҙҙар еткәс тағын,

Ҡатып ҡалам өнһөҙ көйөмә.

Һаубуллашып, ҡарап тороп ҡалдым,

Ҡанат ҡаҡты миңә торналар.

«Ете диңгеҙ, ете тау артынан

Һөйөнөп ҡайтығыҙсы, торналар!»

Йәмилә Хисмәтова

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас