+21 °С
Болотло


Зифа Буранбай ҡыҙы – ысын һөнәр эйәһе. Ул бала саҡтан медицина йүнәлешенән китергә хыяллана. Сибай медицина колледжында «Дауалау эше» һөнәре буйынса белем алғас, Зифа Буранбай ҡыҙы үҙенең һөнәри юлын башлай. Ул Магнитогорскиҙа участка шәфҡәт туташы булып эшләй, әммә тыуған яҡтарына һөйөү уны кире ҡайтара. Ике йыл ул Ярлыҡап фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булып эшләй, ә 2017 йылдан Асҡар ауылында ашығыс медицина ярҙамы бригадаһында эшләй.
2025 йылдың сентябренән Зифа Буранбай ҡыҙы Баймаҡ дауаханаһында эш башланы. Уңыштар теләйбеҙ.