+21 °С
Болотло


Буранбай башланғыс класс уҡыусыларына "Һаулығыңды бәләкәйҙән һаҡла" исемле тәрбиәүи китапхана дәресе үтте. Уҡыусылар менән тәмәкенең , иҫерткес эсемлектәрҙең зыяны тураһында һөйләштек. Улар спортты яратырға, саф һауала йөрөргә, үҙеңде яратырға, һаулығыңды бала саҡтан һаҡларға тип үҙ фекерҙәре менән бүлештеләр. Афарин уҡыусылар ! Эйе ысынлап та," Һаулыҡ -ҙур байлыҡ " икәнен онотмаһаҡ ине...
Дәрестең икенсе өлөшөндә" Аҡбуҙат," "Ёжик "журналдарына күҙәтеү яһаныҡ, ребустар систек..