+21 °С
Болотло
Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы пилотһыҙ аппараттар һөжүм иткәндә үҙеңде нисек тотоу тураһында кәңәштәрен бирҙе.
- Әгәр кеше бинала булһа, мөмкин булһа, аҫҡы ҡаттарға, подвалға йәки паркингҡа төшәргә кәрәк.
- Лифт менән файҙаланырға кәрәкмәй, ул туҡтарға мөмкин.
- Әгәр граждан фатирҙа икән, тәҙрәһеҙ урынға йәшенергә кәрәк. Ғәҙәттә, был ванна бүлмәһе. Бында иҙәнгә ултырырға кәрәк. Тәҙрәләргә бер нисек тә яҡын килергә ярамай.
- Урамда булғанда, шунда уҡ яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингҡа һыйынырға кәрәк.
- Транспортта булғанда, уны шунда уҡ ташлап, йәшенеү урыны табырға кәрәк.