Новости
23 Сентябрь 2025, 11:17

Водитель булыуы еңелме?

Ошо осраҡҡа бәйле бер ҡыҙыҡ хәл-ваҡиға булғайны. Ишбирҙе ауылынан бер туған бажам һөйләгәйне. Браконьер урманда илек атып алған да уны тунап торғанда урман һаҡсыһы килеп сыҡҡан. Был кеше машинаһына ултырған да ҡасҡан. Ҡараңғыла урман эсенән бара икән. Унда юлдар күп бит инде. Ҡайһы яҡҡа боролһа ла “поворотник”ты яндыра икән. Шуның менән уны баҫтырып барыусыға алдан уҡ “миң был яҡҡа барам” тигән мәғлүмәт биреп барған. Тимәк, ул браконьерға ҡайһы яҡҡа боролһа ла “поворотник”ты тоҡандырыу кәрәклеге ҡанына “һеңгән”. Курсанттарҙы уҡытҡанда ла ошоно миҫал итеп килтереп, ҡасып китеп барғанда ла “поворотник”ты яндырырға онотмағыҙ, тип әйтәм...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Водитель булыу еңелме?

“Тимер атлы” булыу - бөгөн көн талабы. Ләкин уның өсөн машиналы булыу ғына аҙ. Иң мөһиме – юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү. Был тәңгәлдә Баймаҡ ДОСААФ-ы рәйесе урынбаҫары, уҡытыусы Рәшит Бәхтиев оҙайлы йылдар водителдәр әҙерләү өсөн күп көс һала. Бөгөн уның менән булған әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

- Рәшит Исмәғил улы, һеҙҙе танып-белмәгәндәр бик һирәктер, моғайын. Шулай ҙа үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Үҙем Таулыҡай ауылынанмын. 1988 йылда Салауат ҡалаһында йәшәгәндә автомобиль транспорты предприятиеһында тәьминәт инженеры һәм механик булып эшләй башланым. Силәбе ҡалаһындағы политехник институтты тамамлаған белгес булараҡ, мине урындағы ДОСААФ-ҡа мотоциклсылар әҙерләү курсына саҡырҙылар. Уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса дәрестәр алып барҙым. АТП-ла киске сәғәт 5-кә тиклем эшләйем дә, 6-ға ДОСААФ-ҡа бара торғайным. Бер үк ваҡытта профком рәйесе бурысын да йөкмәттеләр. Салауатта предприятие етәкселеге ДОСААФ-та курс алып барғанды белгәс, үҙебеҙҙең базала “Е” һәм “Д” категориялы водителдәр әҙерләү бурысын да йөкмәтте. АТП-ла уның өсөн бөтә шарттар ҙа бар ине. Документтарҙы әҙерләп, бында ла водителдәр әҙерләүгә тотондом.

- Тимәк, һеҙ 1988 йылдан алып водителдәр әҙерләйһегеҙ?

- Шулай килеп сыға инде. Төп эш урыным минең шулай ҙа АТП-ла булды. Тәүҙә тәьминәтсе, һуңынан механик булып эшләнем. Артабан производство-техника бүлеге начальнигы, шунан директор урынбаҫары вазифаларын башҡарҙым.

- Ә Баймаҡҡа ҡасан ҡайттығыҙ?

- Салауатта ун йыл эшләгәс, ғаиләм менән Баймаҡҡа ҡайтып төпләндек һәм АТП-ға килдем. Ә инде Баймаҡ ДОСААФ-ында 2005 йылда эш башланым. Унда ла водителдәр әҙерләү буйынса киске курстар алып барҙым. 

- Рәшит Исмәғил улы, 1988 йылдан алып иҫәпләгәндә, 37 йыл эсендә һеҙ бик күп водителдәр әҙерләгәнһегеҙ...

- Эйе, уларҙың нисәү икәнен дә белмәйем. Ҡайҙа йөрөһәм дә күптәр килеп, мине водителгә уҡыттығыҙ, тип рәхмәт әйтеп китә.

- Элекке һәм хәҙерге юл хәрәкәте ҡағиҙәләре айырыламы?

- Айырылмай, ләкин бер аҙ үҙгәрештәр бар. Ул да булһа  - өҫтәүҙәр, төҙәтеүҙәр. Мәҫәлән, элек автомагистралдә машинала йөрөргә өйрәнеү буйынса практик дәрес алып барыу тыйылды. 2018 йылда ул талап бөтөрөлдө. Белмәгәндәр, әлбиттә, килеп, һорашып китә.

- Мәҫәлән, ҡайҙалыр юл-транспорт ваҡиғаһы булды икән, ти. Һеҙҙән килеп асыҡлыҡ индереүселәр бармы?

- Эйе, ғәҙәттә, ғәйепле булғандар килә. Дуҫтар, туғандар араһында ла, кисәге курсанттар ҙа кәңәшләшә. Кем дөрөҫ, кем дөрөҫ булмаған, тип һорашып, асыҡлыҡ индереп киткәндәр күп.

Уң яҡтан мине ҡыҫалар ине, миңә төкөмәһен тип, рулде һулға борған арала ҡаршы килгән машина менән бәрелештем, тине берәү. Был хәлдә, әлбиттә, ул үҙе ғәйепле. Уң яҡтан булған ҡаршылыҡҡа һин юл бирергә тейеш инең, тип әйттем. Шулаймы ни, мин теге водителде әрләйем бит әле, белмәйһең, тип. Үҙем ғәйепле булғанмын икән, тип ҡуйҙы ул аҙаҡ.

- Имтиханда ниндәйҙер үҙгәрештәр бармы?

- Бөгөнгә автодромда булған имтихан һынауҙары кәметелде һәм улар урам араһында бирелә торғанына өҫтәлде. Ул талап 2024 йылдың 1 апреленән индерелде. Бынан тыш, имтиханды өс тапҡыр рәттән бирә алмайһың икән, ярты йылдан һуң ғына ҡайтанан тапшырырға рөхсәт ителә.

Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, интернетта кем ниндәй мәғлүмәт таба, шуны имеш-мимеш итеп таратырға яратыусылар бар. Мәҫәлән, 1 июлдән имтихан билеттарында 2 мең һорау булырға тейеш, тиҙәр, шул дөрөҫмө, тип һорау бирҙеләр. Әлеге ваҡытта улар - 800. Дөрөҫөн әйткәндә, интернетта ниндәй генә мәғлүмәт юҡ. Унда яҙылғандарҙың бөтәһенә лә ышанырға ярамай. Беҙ - ДОСААФ-та водителдәр әҙерләгән рәсми ойошма. Был тәңгәлдә ниндәй яңылыҡ, үҙгәрештәр индерелһә лә беренсе булып уны беҙ беләбеҙ.

- Юлда машинаның тиҙлеген рөхсәт ителгәндән 19 сәғәтенә километр тиклем арттырырға мөмкин, тиҙәр. Дөрөҫмө?

- Был рәсми булмаған мәғлүмәт. Видеокамералар күрһәтелгән тиҙлектән сәғәтенә 19 километр арттырғанда штраф һалмай, тиҙәр. Кешенән ишетәм, ләкин документаль рәүештә уны күргәнем юҡ. Мин уға гарантия бирмәйем. Шуға күрә лә, курсанттарҙы шулай мөмкин тип уҡыта алмайым, закон буйынса өйрәтәм. Мәҫәлән, юлда барырға сәғәтенә 50 километр күрһәтелгән икән, ти. Мин курсанттарҙы тиҙлекте тағы ла 19-ға тиклем арттырырға мөмкин, тип өйрәтә алмайым. сәғәтенә 50 километр арттырһа, имтихан алыусы ГАИ инспекторы уны шунда уҡ туҡтатып, төшөрөп ебәрәсәк. Әгәр курсант: “Беҙҙе Бәхтиев сәғәтенә 19 километр арттырырға мөмкин, тип өйрәтте”, - тип дәғүә белдерһә, мин дөрөҫ уҡытмаған булып сығам бит?

- Рәшит Исмәғил улы, бөтә булған ҡағиҙәләрҙе яттан беләһегеҙ. Төндә уятып һораһалар ҙа яңылышмай әйтә алаһығыҙҙыр, моғайын...

- 37 йыл водителдәр әҙерләйем, ҡағиҙәләрҙе яттан беләм. Ләкин бер ваҡытта ла мин дәрескә әҙерләнмәй ингәнем юҡ. Был минең ҡаныма һеңгән. Дәрес башланыр алдынан ярты сәғәт элек килеп, кабинетҡа ултырам. Минең ата-әсәйем уҡытыусылар булды. Әсәйем һөйләй торғайны, бер көн ниңәлер дәрескә әҙерләнеп өлгөрмәгән. Картала Уренгой ҡалаһын күрһәтергә кәрәк булған. Таба алмайым да ҡуям, ти. Шунан аптырағандан был яңы карта, иҫкеһендә бар ине, тигән. Шунда бер уҡыусы ана, был яҡта, өҫтәрәк, тип әйтеп ебәргән. Шул ҡәҙәр оялдым, шунан алып бер тапҡыр ҙа дәрескә әҙерләнмәй барғаным булманы, тип һөйләгәне хәтерҙә. Ата-әсәйемдәр беҙҙән дә шуны талап иттеләр.

- Юлда күберәк ниндәй юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандарын күрергә тура килә?

- Тиҙлекте арттырыуҙарын. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп, транспорт хәл-ваҡиғаларын тыуҙыралар. Һөҙөмтәлә әллә күпме кеше ғүмере өҙөлә, зәғиф ҡалалар. Бынан тыш, “поворотник”ты  һүндерергә онотоусылар ҙа артта килгәндәргә яңылыш мәғлүмәт бирә. Уның тағы ла һул яҡҡа борола, тип уйларға мөмкин.

Ошо осраҡҡа бәйле бер ҡыҙыҡ хәл-ваҡиға булғайны. Ишбирҙе ауылынан бер туған бажам һөйләгәйне. Браконьер урманда илек атып алған да уны тунап торғанда урман һаҡсыһы килеп сыҡҡан. Был кеше машинаһына ултырған да ҡасҡан. Ҡараңғыла урман эсенән бара икән. Унда юлдар күп бит инде. Ҡайһы яҡҡа боролһа ла “поворотник”ты яндыра икән. Шуның менән уны баҫтырып барыусыға алдан уҡ “миң был яҡҡа барам” тигән мәғлүмәт биреп барған. Тимәк, ул браконьерға ҡайһы яҡҡа боролһа ла “поворотник”ты тоҡандырыу кәрәклеге ҡанына “һеңгән”. Курсанттарҙы уҡытҡанда ла ошоно миҫал итеп килтереп, ҡасып китеп барғанда ла “поворотник”ты яндырырға онотмағыҙ, тип әйтәм.

- Тағы ла шундай ниндәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар булғаны бар?

- Шул уҡ “поворотник”тар темаһын дауам итәм. Дәрес ваҡытында курсанттарға ют тамғаһын күрһәтеп, юлда кәзәләр тора, водитель нимә эшләргә тейеш, тигән һорау бирәм. Сигналға баҫырға, фараларҙы яндырып-һүндерергә, әллә һул яҡҡа поворот бирергәме? Бөтәһе лә: “Поворотник!” – тип яуап бирҙе. Шул ваҡыт бер ҡатын: “Эйе, хәҙер теләһә ниндәй кәзә тәкәләренә “поворотник” яндырып торам ти тағы” – тип ҡысҡырып ебәрҙе.  

Тағы ла бер ҡыҙыҡлы ваҡиға хәтерҙә ҡалған. Шулай уҡ дәрестә аҡ һәм ҡыҙыл уҡтар торған юл билдәһен күрһәтеп, уның нимә аңлатҡанын һораным. Шул ваҡыт бер ҡатындың: “Аҡ – аҡ машиналар, ә ҡыҙылы ҡыҙыл машиналар өсөн юлды күрһәтә”, - тип көлдөрөп алғайны.

- Имтихан биргәндә ир-егеттәр яҡшы һөҙөмтә күрһәтәме, әллә ҡатын-ҡыҙҙармы?

- Теорияны ҡатын-ҡыҙҙар яҡшыраҡ белә, ә ир-егеттәр машина йөрөтөүҙә оҫтараҡ. Был аңлашыла ла, егеттәр тыуғандан алып техника менән яҡшы таныш. Ҡыҙҙар аңлаһа ла, аңламаһа ла дәрескә килә. Ә ҡайһы бер егеттәр килмәһә, килмәй ҙә ҡуя инде. Бөтәһе лә шулай тип әйтә алмайым. Был мәсьәләгә етди ҡарап уҡығандар бик күп.

- Тотош бер төркөмдөң беренсе тапҡырҙан имтиханды уңышлы тапшырған осраҡтар булдымы?

- 2006 йылда бер төркөмдә егерме алты курсант уҡыны. Уларҙың бөтәһе лә тырыш булды, йығылып ятып уҡынылар, тип әйтергә була. Теорияны ла, практиканы ла беренсеһенән үк уңышлы тапшырҙылар. Ул төркөмдә минең туғанымдың ҡыҙы ла бар ине. Уҡыған сағында әсәһе менән уны ауылға алып барып ҡайтырға кәрәк ине. Юлда осраған тамғаларҙың нимә аңлатҡанын һорайым. Ә ул автоматтан атҡан кеүек яуап ҡайтара: нисәнсе билет, нисәнсе һорау, яуабы... Бөгөн дә уның кеүек уҡыған курсанттар күп.    

Ҡайһы берәүҙәрҙең уйлауҙары ихтимал, туғандарына ярҙам итә, тип. Бөтөнләй улай түгел. Киреһенсә, минең туғандарым, таныштарым уҡыһа талапты тағы ла юғары ҡуям. Улар рулгә ултыра икән, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алам бит. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл белергә тейештәр. Туғандарым араһында ла бер нисә тапҡыр имтихан биреүселәр бар.

- Рәшит Исмәғил улы, мин дә һеҙҙең курсант, 18 йыл элек беҙҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса дәрес алып барҙығыҙ. Шул ваҡытта ҡайһы бер имтихан һорауҙарының яуаптарын еңел иҫтә ҡалдырыу алымдарын өйрәткәйнегеҙ...

- Эйе, яуаптарҙы хәтерҙә яҡшы һаҡлау өсөн уның нескәлектәрен белергә кәрәк. Шул саҡта ул мәңгелеккә хәтерҙә ҡаласаҡ. Мәҫәлән, имтихан һорауҙарының өсәүһендә ваҡытҡа бәйле өс һорау бар. Өсөһөнөң дә икенсе вариант һорауҙары дөрөҫ. Бер шулай имтихан бирергә барғанбыҙ, эргәмдә икенсе райондан килгән ҡыҙҙар тап шул һорауҙарҙы аңламайбыҙ, буталабыҙ, тип һөйләшеп тора. Үҙемде таныштырҙым да, өсөһөндә лә икенсе вариант дөрөҫ яуап, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, тинем. Бер аҙҙан бер егет килеп минең ҡулымды ҡыҫып, рәхмәт белдерҙе. Аңламайым. Ни өсөн? Баҡтиһәң, мин ҡыҙҙарға аңлатҡанды ул да тыңлап торған һәм хәтерендә ҡалдырған. Имтиханда тап шул һорау эләккән. Икеләнеп ултырып-ултырып, мин әйткән икенсе вариант һорауға баҫҡан һәм дөрөҫ яуап алған.

- Иң оҙон яуап – дөрөҫ яуап, тип әйткәнегеҙҙе хәтерләйем.

- Ул медицина буйынса темала. Унда егерме өс һорау бар. Элек иң оҙон яуап – дөрөҫ, тип һанала ине. Хәҙер унда үҙгәреш индерелде. Бөтә оҙон яуап та дөрөҫ, тип әйтеп булмай. Сөнки талап та, замана ҡануниәттәре лә үҙгәрҙе. Шуға бәйле һорауҙарға ла үҙгәрештәр индерелде.

- Баймаҡ урамында ниндәй юл тамғаларын үҙгәртер инегеҙ?

- Үҙгәртерлек бер ни ҙә юҡ. Ә шулай ҙа әҙ генә төҙәтмә индергәндә мөмкин булыр ине. Әйтәйек, Ленин менән Стаханов урамдары киҫешкән ергә светофорҙар ҡуйылған. Уның проспект яғынан килгәне алыҫтараҡ урынлаштырылған. Бынан тыш, райпо эргәһендәге уңға киткән боролош 90 градусҡа борола. Һөҙөмтәлә ҡаршы һыҙатҡа сығырға тура килә. Бында ла әҙерәк төҙәтмә индергәндә яҡшы булыр ине. Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда “зебра”лар һыҙып сығыу талап ителә. Ә бына былтыр һәм быйыл заман талаптарына яуап биргән юл тамғалары яңыртылды. Уныһы ҡыуандыра, әлбиттә.

- Әлибаев урамы буйлап Ҡуянтау ауылы яғына сыҡҡан урында күп юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлә...

- Бында бары тик юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән водителдәр генә ғәйепле. Әлибаев урамынан килгән саҡта башҡа йүнәлештәге бөтә машиналарға ла юл бирергә кәрәк. Шуны хәтерҙә тотһондар ине. Тап шул ҡағиҙәне күҙәтмәүҙәре арҡаһында фажиғә тыуа ла инде.

- Рәшит Исмәғил улы, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә аҡыллы курсанттар, ышаныслы водителдәр, тоғро юлдаштар теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

 

Водитель булыуы еңелме?
Водитель булыуы еңелме?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас