Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Сентябрь 2025, 12:20

Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы

Балаларҙың тыныслығыбыҙ өсөн башын һалған яугирҙәрҙе хөрмәтләүе, тарихты белеүе, илһөйәр булып үҫеүе маҡтауға лайыҡ. Афарин, Иҫке Сибай мәктәбенә!

Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһыИҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы
Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы

Иҫке Сибай мәктәбендә Халыҡ-ара фашизмға ҡаршы көрәш көнөнә арналған Хәтер аллеяһы акцияһы үтте. Акция сиктәрендә мәктәп биләмәһенә шыршы үҫентеләре ултыртыу ойошторолдо.

Фашизм ҡорбандарын хәтергә алыу һәм мәктәп биләмәһен йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индереү маҡсатында уҡыусылар Советы менән һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү һәм тәрбиәләү буйынса кәңәшсе З.Ф. Ирназарова тарафынан ойошторолдо.

Хәтер аллеяһы – фашизм ҡорбандарына ҡайғы һәм хөрмәт белдереү, шулай уҡ тыныслыҡты һаҡлауға һәм бындай фажиғәләрҙең ҡабатланыуына юл ҡуймауға индергән өлөшөбөҙ.

Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы
Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы
Иҫке Сибайҙа - Хәтер аллеяһы
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас