+21 °С
Болотло


Баймаҡ уҡсыһы Илфат Мырҙағәлин Өфө районының Шамон ауылында үткәрҙе. Тап ошо ауылдың һабантуй яланында "Алтын уҡ" тип аталған Башҡорт мәҙәниәте фестивале үтте. Ҙур сараның төп мәжлесе әлбиттә уҡ атыу турниры. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, Силәбе өлкәһе, Татарстан республикаһынан 70-ләп уҡсы ҡатнашты. Илфат Мырҙағәлин көслө сығыш яһап үҙенең Башҡортостандың иң көслө уҡсыларының береһе икәнен йәнә берҙе иҫбат итеп лайыҡлы 2-се урын яуланы.
Афарин, Илфат! Ҡотлайбыҙ! Ятып ҡалғансы-атып ҡал!!!