+21 °С
Болотло


Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпованы районда ғына түгел, республикала белмәгән кеше бармы икән? Юҡтыр. Билдәле табип, БР-ҙың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, тәжрибәле белгес, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре уңған хеҙмәте, бәхетле ғаиләһе менән һоҡландыра. Коронавирус инфекцияһы таралғас, нәҡ уның бүлеге үҙенә бар ҡурҡынысты һәм хәүефте алды.
Уйламаған һәм бар кешегә ҡурҡыныс тыуҙырған вирус һөжүм иткәндә нәҡ Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы һәм уның коллективы Баймаҡ районы халҡының һаулығы һағына баҫты.. Беҙ ҙә халҡыбыҙ исеменән хөрмәтле Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙын
юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Артабан да Баймаҡ, республика һәм ил халҡы өсөн оло ҡаҙаныштар яулап, абруй-хөрмәткә лайыҡ булып эшләргә яҙһын!