+21 °С
Болотло


Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Сибай ҡалаһының Таулы урамында янғын сыҡҡан. Янғын тиҙ арала һүндерелә.
Янғын урынын тикшергәндә 48 һәм 73 йәшлек ике ирҙең кәүҙәләре табыла. Янғынды һүндереү өсөн 12 кеше һәм 6 берәмек техника йәлеп ителә.
Урында Тәфтиш-оператив төркөм, Рәсәй ҒӘҘӘТТӘН тыш хәлдәр министрлығының һынау янғын лабораторияһы дознавателе һәм эксперты эшләй. Янғындың сәбәптәре асыҡлана.