Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Сентябрь 2025, 05:25

Район етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итә

Баймаҡтар район етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Улар араһында эсәр һыу тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр, берәҙәк эттәр, урамдарҙы яҡтыртыу. Азамат Иҙрисов был йүнәлештәр буйынса яйлап булһа ла, эш алып барылыуын белдерҙе. Күп проблемалар ҙур сығымды талап итә. Һыу менән тәьмин итеү селтәренә капиталь ремонт үткәрелгәндән һуң, уларҙа баҫым юғарыраҡ булғанлыҡтан, торбаларҙың иҫке участкаларында өҙөклөктәр була икән. Уларҙы хәл итеү өсөн дә эш алып барыла, тине тейешле йүнәлеш белгестәре.

Район етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итәРайон етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итә
Район етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итә

Улар араһында ҡалабыҙ өсөн көнүҙәк булған һыу менән тәьмин итеү, берәҙәк хайуандар проблемаһы, юлдарҙың торошо, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу ҡоролмаларының эше һәм башҡа мөһим мәсьәләләр бар ине. Был мәсьәләләрҙең һәр береһен хәл итеү өсөн күрелгән аҙымдар тураһында аңлатмалар һәм мәғлүмәт бирелде.

- Был йүнәлештәр буйынса эш яйлап булһа ла алып барыла, тине район етәксеһе. Быйыл беҙ һыу менән тәьмин итеү селтәренә капиталь ремонт үткәрҙек. Хәҙер уларҙа баҫым юғарыраҡ булғанлыҡтан, үткәргес торбаларҙың иҫке участкаларында өҙөклөктәр була. Тап шуға күрә хәҙер авариялар һәм һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр барлыҡҡа килә. Әммә был хәл ителә торған мәсьәләләр, уларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҙур Көньяҡ биҫтәһендә быйыл йәй урамдарҙың юл япмаһын яңырттыҡ, был халыҡ өсөн хәлде күпкә яҡшыртты. Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре байтаҡ финанслауҙы талап итә һәм оҙайлы перспективала хәл ителә, әммә улар беҙҙең контролдә ҡала.

Эттәрҙе тотоу буйынса эш алып барыла, әммә бының өсөн хужаларҙың яуаплылығын иҫтә тотоу мөһим. Хайуандарҙың контролдән тыш үрсеүен булдырмауға йүнәлтелгән иҫкәртеү сараларын үткәрергә кәрәк. Бөтә проблемаларҙы оператив хәл итеү мөмкин түгел, әммә бер мәсьәлә лә беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мөмкин булған хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. 

Район етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итә
Район етәксеһе халыҡ менән осрашыуҙарын дауам итә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас