+21 °С
Болотло
Беренсе Моҡас ауылы халҡы өсөн быйыл бик уңышлы йыл булды.
Май айында моҡастар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, ауылдаштары Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова-Алдырханова сығарған «Ҡаһарман халҡым минең» китабының исем туйын үткәргән ине. Июнь айында халыҡ үҙ көсө менән төҙөгән мәсет асыу тантанаһы үтте. Иман йортон булдырыуға ҙур финанс ярҙам индергән эшҡыуар Фәнис Кәримов һәм унан башҡа оҫта ҡуллы кешеләре ярҙам иткән. Эштең иң ауыры моҡастар иңенә төшкән. Ләкин эш һөйөүсе, әрһеҙ, үҙ-ара татыу йәшәгән халыҡ уны ла йырып сыҡты.
Шулай уҡ быйыл июль айында ауылдың бөтә урамдарына ла ҡырсынташтан юл һалынды. Хәҙерге ваҡытта Моҡаста күптән көткән «зәңгәр яғыулыҡ» үткәреү эштәре башланды.