Новости
18 Сентябрь 2025, 14:25

Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте

Шәхси эшҡыуар Радмир Туңғатаров юл буйы сервисы объекттарын төҙөй башларға ниәтләй. Был проект тикшерелде, урындар ҡарап сығылды һәм үҫеш перспективалары баһаланды.

Эшҡыуарлыҡ  сәғәте үттеЭшҡыуарлыҡ  сәғәте үтте
Эшҡыуарлыҡ сәғәте үтте

Бөгөн күсмә эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде. Шәхси эшҡыуар Радмир Туңғатаров юл буйы сервисы объекттарын төҙөй башларға ниәтләй. Был проект тикшерелде, урындар ҡарап сығылды һәм үҫеш перспективалары баһаланды. Проект килеүселәр өсөн бөтә кәрәкле уңайлыҡтарҙы иҫәпкә алып эшләнгән. Ҡалабыҙҙа һәм районда юл буйы сервисы етерлек кимәлдә үҫешмәгәнлеген иҫәпкә алып,  был проектты тулыһынса хупланды. Эшҡыуарлыҡ буйынса ҡыҙыҡһыныусыларға бөтә һорауҙар буйынса бизнес-шериф Руслан Даурбековҡа 8 (34751) 3-16-40, 3-17-46 телефондары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас