Новости
16 Сентябрь 2025, 03:05

Снежана йәнә еңеү яуланы!

Ат спортында күп һанлы еңеүҙәре менән танылыу яулаған Снежана Таймасова йәнә алда.Ҡаҙағстанда уҙған бәйгелә призер булып танылды. Уральскта Ҡала көнө уңайы менән «Жайық жүйрігі-2025» асыҡ чемпионаты уҙҙы...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ат спортында күп һанлы еңеүҙәре менән танылыу яулаған Снежана Таймасова йәнә алда.Ҡаҙағстанда уҙған бәйгелә призер булып танылды.

Уральскта Ҡала көнө уңайы менән «Жайық жүйрігі-2025» асыҡ чемпионаты уҙҙы. Был көндө ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы мауыҡтырғыс бәйгене генә түгел, тыуған төйәгенең тарихы менән дә танышты. Бәйгеләрҙең береһендә Баймаҡтан Снежана Таймасова ла ҡатнаша. Һөҙөмтәлә ул 1500000 тәнгәлек призға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ, Снежана! Тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.

Снежана йәнә еңеү яуланы!
Снежана йәнә еңеү яуланы!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас