Новости
16 Сентябрь 2025, 06:18

Бауырһаҡ - ҡунаҡсыллыҡ билдәһе

Халҡыбыҙҙа ҡунаҡҡа йәки хәл белешә ингәндә күстәнәс тотоп барыу йолаһы һаҡланып ҡалған. Юлыҡ ауылында ла борондан килгән шул матур йола күҙәтелә. Бигерәк тә үҙ ҡулдарың менән бешергән бауырһаҡ ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтә. Ниндәй генә оло байрам булмаһын, татар халкында иң ҙур күстәнәс булып һәр вакыт бауырһаҡ һаналған.

Халҡыбыҙҙа ҡунаҡҡа йәки хәл белешә ингәндә күстәнәс тотоп барыу йолаһы һаҡланып ҡалған. Юлыҡ ауылында ла борондан килгән шул матур йола күҙәтелә. Бигерәк тә үҙ ҡулдарың менән бешергән бауырһаҡ ҡәҙер-хөрмәтте күрһәтә. Ниндәй генә оло байрам булмаһын, татар халкында иң ҙур күстәнәс булып һәр вакыт бауырһаҡ һаналған. Был уларҙа ҡунаҡсыллыҡты күрһәтеү билдәһе булып тора. Майға һалып бешерелгән, балға менән ҡатырылған тәмле был ҡамыр ризығын туй табынына ла ҡуялар, ҡунаҡҡа барғанда күстәнәс итеп тә алалар, аяттарҙа ла өҫтән түрен биҙәй.

Ошо көндәрҙә Юлыҡ ауылында Эльвира Мират ҡыҙы менән Рамаҙан Йәлил улының туйы уҙҙы. Уларға күстәнәскә, тип ауылдың "Аҡ ҡалфаҡ" ансамбле ҡыҙҙары төркөмө баллы бауырһаҡ бешерҙе.

Йәштәргә бәхетле киләсәк,матур тормош,тигеҙ,парлы ғүмер теләйбеҙ, - аҡ ҡалфаҡтар.

Бауырһаҡ - ҡунаҡсыллыҡ билдәһе
Бауырһаҡ - ҡунаҡсыллыҡ билдәһе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас