Новости
15 Сентябрь 2025, 10:02

Баймаҡ уҡсылары йәнә еңеүсе

Баймаҡ уҡсылары тағы ла үҙенең мәргәнлеген күрһәтте. Был юлы улар Дағстан республикаһында уҡ атыу буйынса 9-сы CANYON-25 исемле халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәгә иреште.

Баймаҡ уҡсылары тағы ла үҙенең мәргәнлеген күрһәтте. Был юлы улар Дағстан республикаһында уҡ атыу буйынса 9-сы CANYON-25 исемле халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашты һәм яҡшы һөҙөмтәгә иреште.

Тәбиғәттең иҫ китмәле урыны Сулаҡ каньонында ойошторолған ярышта төрлө илдән бөтәһе 162 уҡсы ҡатнашты. Башҡортостан командаһынан 20 уҡсы сығыш яһаны. Шуларҙың дүртәүһе беҙҙең Баймаҡтан: Ғәфүр Рахманғолов, Тимур Өмөтбаев, Илдус Ибраһимов һәм Луиза Исрафилова.

Турнир үҙ эсенә “ЗД-һунар”, “тиҙ атыш” һәм 50 метрға атыу кеүек ярыштарҙы индерҙе.

“ЗД-һунар” буйынса Ғәфүр Рахманғолов 4-се урынға лайыҡ булды.

“Тиҙ атышта” Тимур Өмөтбаев 3-сө урын алды.

50 метрға атышҡанда ла беҙҙең мәргәндәребеҙ яҡшы ғына һөҙөмтәгә өлгәште. Ғәфүр Рахманғолов 2-се, ә Тимур Өмөтбаев 3-сө урынға лайыҡ булды.

Егеттәрҙең шундай ҙур еңеүҙәре менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ уҡсылары йәнә еңеүсе
Баймаҡ уҡсылары йәнә еңеүсе
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас