+21 °С
Болотло


Сараның программаһы бай һәм мауыҡтырғыс булырға вәғәҙә итә. Балаларҙы ижади конкурстар, белем биреү саралары, спорт ярыштары, күңел асыу саралары, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, спортсылар һәм блогерҙар менән оҫталыҡ дәрестәре форматында осрашыуҙар көтә.
Байрам республиканың үҙәк мәҙәни майҙансыҡтарының береһендә сағыу концерт менән тамамланасаҡ. Конкурс еңеүселәрен ҡиммәтле бүләктәр һәм бөтә илгә үҙҙәрен танытыу мөмкинлеге көтә. «Бала саҡҡа ҡайтыу» проекты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Аппараты Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.