+24 °С
Ямғыр
Милли кейем көнө уңайы менән ҡул эштәре оҫтаһы Суфия Сөләймәнова “Беҙ бергә” төркөмө ирекмәндәре араһында үҙе теккән милли күлдәк – һыпайта уйнатҡайны. Ул Урғаҙа ауылынан уҡытыусы Зөлфирә Миғәтғалина ҡыҙының бәхетенә эләккәйне.
Был күлдәктең миңә эләгеүен шул ҡәҙәр ныҡ теләгәйнем, - тине ул. – Милли күлдәк көнөндә кейеп йөрөрмөн тип уйлағайным. Теләгем тормошҡа ашты – күлдәк миңә эләкте. Уны теккән һәм бүләккә приз итеп биргән Суфия апай Хәмзә ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Бына, ҡарағыҙ, мин һыпайта күлдәктә. Килешәме?