Новости
12 Сентябрь 2025, 10:45

Яугирҙән - яугир әсәһенә сәскә гөлләмәһе

“Соболь” позывнойлы Баймаҡ яугире ун алты йәшендә ата-әсәһен юғалта. Махсус хәрби операция башланғас, күп уйлап тормай, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге ваҡытта яраланған һәм госпиталдә дауалана. “Соболь” Баймаҡ районының “Беҙ бергә” төркөмө ирекмәндәренә гуманитар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Уның үтенесен үтәү өсөн...

“Соболь” позывнойлы Баймаҡ яугире ун алты йәшендә ата-әсәһен юғалта. Махсус хәрби операция башланғас, күп уйлап тормай, Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Әлеге ваҡытта яраланған һәм госпиталдә дауалана. “Соболь” Баймаҡ районының “Беҙ бергә” төркөмө ирекмәндәренә гуманитар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Уның үтенесен үтәү өсөн Урғаҙа ауылы халҡы күп көс һала. Ә инде улын яуҙа юғалтҡан әсә - Наталья Нетерина “Соболь”де үҙ ҡанаты аҫтына ала. Шул мәлдән алып ул яугиргә даими рәүештә гуманитар ярҙам оҙата. “Соболь” Наталья Васильевнаға рәхмәт һүҙен белдереп, гөлләмә бүләк итеүҙе һорағайны. Аманат үтәлде. Быны көтмәгән батыр яугир әсәһенең күҙҙәре йәшкә мансылды. 

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас