Новости
12 Сентябрь 2025, 10:35

Милли проект ярҙам итә

Урғаҙа мәҙәниәт йорто дәртле йыр-бейеүҙән, шат ауаздарҙан яңғырап торҙо. Ауыл халҡы көҙ байлығын йыйып, уңыш байрамын уҙғарҙы. Урындағы учреждениелар коллективтары үҙҙәре үҫтереп алған көҙгө байлыҡтан иҫ китмәле күргәҙмә әҙерләгән ине. Уның өсөн балалар баҡсаһы, мәктәп, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалы, “Йөрәк ҡушыуы” ирекмәндәр ойошмаһы ҙур тырышлыҡ һалған. Йәшелсә-емештәрҙән, икмәк ризығынан өҫтәлдәр һығылып торҙо...

Урғаҙа мәҙәниәт йорто дәртле йыр-бейеүҙән, шат ауаздарҙан яңғырап торҙо. Ауыл халҡы көҙ байлығын йыйып, уңыш байрамын уҙғарҙы. Урындағы учреждениелар коллективтары үҙҙәре үҫтереп алған көҙгө байлыҡтан иҫ китмәле күргәҙмә әҙерләгән ине. Уның өсөн балалар баҡсаһы, мәктәп, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙа филиалы, “Йөрәк ҡушыуы” ирекмәндәр ойошмаһы ҙур тырышлыҡ һалған. Йәшелсә-емештәрҙән, икмәк ризығынан өҫтәлдәр һығылып торҙо.

Уңыш байрамында ауыл халҡы, данлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған хеҙмәт кешеләре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының башлыҡтары ҡатнашты.

- Әйтергә кәрәк, сара “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” милли федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо. Ул мәҙәни учреждениеларҙың эшен яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота. Проекттың төп маҡсаты – халыҡты мәҙәни тормошҡа йәлеп итеү, яңы  таланттарҙы асыу һәм үҫтереү, - тине район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина. – Беҙ 2017 йылда беренсе тапҡыр “Кесе Ватан мәҙәниәте” милли федераль проектында ҡатнаштыҡ. Был район мәҙәниәт йортоноң техник базаһын нығытыуға мөмкинлек бирҙе. 2022 йылда программа сиктәрендә Иҫке Сибай ауылының мәҙәниәт йортонда ҙур төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Быйыл шундай уҡ грант Урғаҙа, Таулыҡай ауылдары мәҙәниәт йорттарына һәм Буранбай, Түбәнге Иҙрис, Байыш ауылдарындағы клубтарға йүнәлтелде.

Сара барышында “Йылайыр” совхозының данлы уҙғаны тураһында мәғлүмәт бирелде. Был көндө мул уңыш йыйып алған, илебеҙҙең иген фондын тулыландырыуға тос өлөш индергән хеҙмәт кешеләренә дан йырланды. 1935 йылда совхоз республикала иң күп уңыш йыйып алған хужалыҡ булып таныла. 1967 йылда ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән наградлана. Данлыҡлы “Йылайыр” совхозы күптән инде юҡҡа сыҡһа ла, бөгөн унда игенселәр династияһын дауам итеүсе, ошо ергә, төйәккә ерегеп йәшәүсе фермерҙар, эшҡыуарҙар күп. Бөгөн улар ауылдың тотҡаһы һәм терәге.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас