Әхәт Байсурин 1953 йылдың 23 мартында БАССР-ҙың Баймаҡ районы Байым ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Баймаҡ районының «Урал» колхозында баш иҡтисадсы, Влксм-дың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары, КПСС комсомолының Баймаҡ район комитетының ойоштороу бүлеге мөдире, Баймаҡ районының "Ирәндек" совхозы парткомы секретары, РСФСР Коммунистар партияһының Баймаҡ район комитетының беренсе секретары, Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының Баймаҡ бүлексәһе идарасыһы, баймаҡ районының халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы булып эшләй. Ҡала хакимиәте, Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы, Баймаҡ районы башлығының беренсе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»партияһының урындағы бүлексәһен етәкләй.
БР Хөкүмәтенең, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамоталары, «Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» Почет билдәһе менән бүләкләнгән.