Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
10 Сентября 2025, 12:20

Хәбәрһеҙ юғалған туғанын табам тип

100 мең һумға яҡын аҡсаһын юғалтҡан. Асыҡланыуынса, ғариза биреүсе хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләй икән, шуға күрә интернет-берләшмәләрҙе ҡарай, мессенджерҙарҙа эҙәрмәндәр төркөмдәренең чаттарында тора. Яңыраҡ ул шундай ресурстарҙың береһендә «юғалғандар исемлеге» тип аталған файлға тап була. Уны асып ҡарарға уйлай, әммә тырышлығы уңышһыҙ тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң уға сит номерҙарҙан шылтыратыуҙар, һуңынан банктарҙан аҡсаны иҫәптән алыу тураһында хәбәрҙәр килә башлай. 

55 йәштәге ҡатындың 100 меңгә яҡын аҡсаһын урлағандар. Асыҡланыуынса, ғариза биреүсе хәбәрһеҙ юғалған туғанын эҙләй икән, шуға күрә интернет-берләшмәләрҙе ҡарай, мессенджерҙарҙа эҙәрмәндәр төркөмдәренең чаттарында тора. Яңыраҡ ул шундай ресурстарҙың береһендә «юғалғандар исемлеге» тип аталған файлға тап була. Уны асып ҡарарға уйлай, әммә тырышлығы уңышһыҙ тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң уға сит номерҙарҙан шылтыратыуҙар, һуңынан банктарҙан аҡсаны иҫәптән алыу тураһында хәбәрҙәр килә башлай. 

Файлды асырға тырышҡан саҡта ул мутлашыусыларға үҙенең телефонына ситтән тороп инеү, банктарҙың онлайн ҡушымталарын асыу һәм аҡса урлау мөмкинлеген биргән вирусты күсереп алған.

Хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәре ошо хәлдең сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас