Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Сентябрь 2025, 15:25

Баймаҡта йәш терапевт

Карина Шамил ҡыҙы Түләбаева ҡаланың 1-се участкаһында табип-терапевт булып эш башланы. Ул бала саҡтан ошо изге һөнәр тураһында хыяллана. Хәҙер ул дәртләнеп эшкә тотондо. Йәш белгескә уңыштар теләйбеҙ!

Баймаҡта йәш терапевтБаймаҡта йәш терапевт
Баймаҡта йәш терапевт

Карина Шамил ҡыҙы Баймаҡта тыуып үҫкән,  4-се лицейҙы тамамлаған. Артабан республикабыҙҙың баш ҡалаһында юғары медицина белеме ала. Быйыл ул Башҡорт дәүләт медицина университетын "Дауалау эше" һөнәре буйынса тамамлап ҡайтты. Карина Шамил ҡыҙы студент йылдарында уҡ 21-се ҡала клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй, ҡиммәтле тәжрибә һәм белем туплай.

Бала саҡтан уҡ йәш белгес табип һөнәре тураһында хыяллана, сөнки уны ысын һөнәр — кешеләргә хеҙмәт итеү тип һанай. Медицинанан тыш, ул китап уҡыуҙан илһам таба, музыка тыңларға һәм тәбиғәт ҡосағында ял итергә ярата, был уның гармониялы һәм төрлө яҡлы шәхес булыуы тураһында һөйләй. Карина Шамил ҡыҙы ҡалабыҙҙың 1 се участкаһында йәшәүселәрҙең һаулығы хаҡында хәстәрлек күрәсәк. Уңыштар!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас