Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
7 Сентябрь 2025, 04:25

Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды

С. Юлаев исемендәге мәҙәнит һәм ял паркында һуңғы реконструкция эштәре башҡарыла. Уларҙы 30 октябргә тамамлау күҙаллана. Финанслау федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан тормошҡа ашырыла.  

Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булдыБеҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды
Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды

Билдәле булыуынса, Баймаҡ ҡала биләмәһенең 2023 йылда реконструкциялауға йүнәлтелгән «Ирекле яр» инициативаһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарына бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Паркта эштәр графикка ярашлы бара һәм «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ингән «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу менән координациялана. Финанслау федераль, республика һәм урындағы бюджеттарҙан тормошҡа ашырыла.

Парктың яңыртылған концепцияһы идеяһы ете башҡорт ырыуының мәҙәни-тарихи мираҫына нигеҙләнгән. Архитектура-дизайнер эшен баш ҡаланың «Аффинум» компанияһы әҙерләгән, ә проектҡа Башҡортостан Республикаһының ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү институты етәкселек итә. Проектта паркта бер нисә тематик һәм функциональ зона булдырыу ҡаралған. Бында тыныс ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү, күмәк саралар үткәреү өсөн майҙансыҡтар, шулай уҡ балалар майҙансығы һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары урынлашасаҡ. 2024 йыл дауамында һүтеү эштәре башҡарыла, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системалары, һыу үткәргес һәм канализация ҡуйыла. Территория йәшелләндерелә, скейт-майҙансыҡ, теннис корттары, ҡоро фонтан булдырыла һәм бәләкәй архитектура формалары ҡуйыла. 2025 йылда ла күләмле үҙгәрештәр дауам итә-уларҙы 30 октябргә тамамлау күҙаллана.

 

Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды
Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды
Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды
Беҙҙең яратҡан Баймаҡ паркында республика Башлығы булды
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас