Шәфҡәтлелек күрһәтеүселәр көнө алдынан Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова йыл һайын ойошторолған изге акцияға йомғаҡ яһаны. Быйыл 15,8 миллион һум аҡса йыйылды, былтырғыға ҡарағанда 14% процентҡа тиерлек күберәк, тип билдәләне ул. Йәмғеһе 10 295 балаға ярҙам күрһәтелде, улар араһында 1882 бала – МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән.
«Балалар мәктәпкә портфелдәр, мәктәп кәрәк-яраҡтары һәм яңы форма менән генә түгел, ә тормошта иң мөһим һабаҡ — башҡаларға ярҙам итеүҙең изге ғәмәл икәнен аңлап барҙы. Ә изгелек әйләнеп ҡайта: бер көн улар ҙа кемгәлер ярҙам итергә, дуҫтары, яҡындары йәки бөтөнләй сит кеше өсөн яҡшылыҡ эшләргә мөмкин», — тип яҙа Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Акцияға бөтәһе 1503 хәйриәсе (ойошмалар, ябай халыҡ) ҡушылды.
Башҡортостанда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы ун бишенсе йыл рәттән уҙғарыла.