Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Сентябрь 2025, 05:10

Башҡортостанға 16 илдән геологтар йыйыла

7-17 сентябрҙә Өфөлә III «ГеоВызов» халыҡ-ара геология чемпионаты үтәсәк. Геологтар иң яҡшылар исеменә инеү өсөн көрәшәсәк

Башҡортостанға 16 илдән геологтар йыйылаБашҡортостанға 16 илдән геологтар йыйыла
Башҡортостанға 16 илдән геологтар йыйыла

Быйыл чемпионатта 16 илдән 38 команда — бөтәһе 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡатнашыусыларҙың географияһы Рәсәй төбәктәрен генә түгел, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙе лә үҙ эсенә ала: Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Беларусь, Алжир, Гана, Эфиопия, Монголия, Мозамбик, Гвинея, Ираҡ, Зимбабве, Ҡытай, Мысыр һ.б.. «Геовызов» тың маҡсаты — геологияны популярлаштырыу, студенттар өсөн карьера траекторияларын булдырыу, уларҙың һөнәри күнекмәләрен күтәреү һәм һәләтле йәш белгестәр менән тармаҡтың алдынғы эш биреүселәре араһында тура бәйләнештәрҙе нығытыу.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас