Баймаҡ районында IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә 6 сентябрҙә «Оҫталар ҡаласығы» күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Ул традицион ат биҙәүестәрен эшләү ҡанундарын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн эшләгән һәр кемде берләштерәсәк. Килеүселәрҙе уникаль ҡул эштәре экспозициялары көтә. Бында сүкеп эшләнгән, ҡойолған әйберҙәрҙе, тире кәсебе әйберҙәрен (ат, билбау, нагайка, ҡамсы), шулай уҡ традицион башҡорт попонаһының төрлө төрҙәрен – сергетыш, кейеҙ изделиеларын һәм ағастан эшләнгән әйберҙәрҙе күрергә мөмкин.
Күргәҙмәлә Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Ғафури, Учалы, Ишембай, Йылайыр, Белорет, Миәкә һәм Бишбүләк райондарынан, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама, Ишембай, Өфө, Силәбе өлкәләренән һәм Ҡаҙағстандан 40-ҡа яҡын һәләтле оҫта ҡатнаша. Фестивалдә теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Бында һәр кем үҙаллы «септа»атына баш кейеме яһап ҡарай ала. тамбурлы сигеү серҙәре менән нәфис орнаменттар эшләргә мөмкинлек бирә. «Башҡорт аты» ҡунаҡтарына сергетыш эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәренә ҡушылырға, ағас һырлау нескәлектәрен үҙләштерергә йәки үҙенсәлекле кейеҙ изделиелар эшләргә өйрәнергә тәҡдим итәләр. «Оҫталар Ҡалаһы» күргәҙмә-һатыу эше 9.00 сәғәттә башлана.