

" Сәләмәт ауыл" һәм " Сылтыр шишмә" конкурсы сиктәрендә Буранбай ауыл ҡатын -ҡыҙҙары балалар менән берлектә " Һыулыүҙәк" шишмәһен ҡыйҙан таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты . Бына нимә тине китапханасы Зәкиә Ғәйетбаева
- Өмә һуңынан шишмәнең тәмле һыуынан, Сафия , Фирдәүес, Гөлсирә еңгәйҙәрҙең самауырҙар ҡайнатып йома сәйе эстек. Сарала ауыл хәкимиәте башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы ла ҡатнашты. Ул буранбайҙарҙы "Сәләмәт ауыл"да ихлас ҡатнашыуҙарын һораны, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе ...
Китапханасының төп ҡоралы китап.Ниндәй генә сара үткәрһәк тә ул беҙҙең менән .Башҡорт халыҡ ижады китабынан ҡыҙыҡлы һорауҙарға ярыштар үтте, табын артында йырлашып, Зөһрә еңгәйҙең "Етеле шәм "йырын тыңлап моңланып та алдыҡ. Сара ла шулай уҡ махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәрҙең әсәләре лә ҡатнашты.һуңынан егеттәрҙең тиҙерәк еңеү менән тамамланыуын теләп ,доғалар уҡып изге теләктәр теләп аят бағышланыҡ. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт
Һеҙгә һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете теләйем. Был донъяларҙа беҙ ҡунаҡ икәнебеҙҙе онотмаһаҡ ине. Тәбиғәткә сығып, үҙебеҙгә әҙерәк ял биреп, шулай йышыраҡ осрашып торһаҡ ине...